Рекламный баннер 990x90px bantop
Бөгөн Рәсәй халҡы бөйөк байрам—Еңеү көнөн тантана итә
12:35 09.05.2025 16+
Бөгөн Рәсәй халҡы бөйөк байрам—Еңеү көнөн тантана итә! Ошо уңайҙан, беҙҙең музейҙа асыҡ ишектәр көнө. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған һәм К.Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы студенттарының диплом эше итеп төшөрөлгән картиналар күргәҙмәһен күрер өсөн туғыҙ тиҫтәнән ашыу кеше килде. Улар араһында күрше Татарстан өлкәһенең Елабуға ҡалаһынан ҡунаҡҡа килеүсе йәш егет тә ҙур ҡыуаныс кисереп, һоҡланыуын белдерҙе.
Тағы ла, яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙәге Н.Н. Бурденко исемендәге төп хәрби клиник госпиталендә эшләүсе шәфҡәт туташтары — Эльвира Халисова менән Лиана Һабанова Өфөгә Президентыбыҙ В.В.Путин бойороғо менән һөнәрҙәренә тоғролоҡ миҙалын алырға ҡайтыу уңайынан Сибайҙа туҡтап, музейға инеп сыҡтылар. Лиана үҙенең тормош иптәше—Берләшкән Ғәрәп Эмираттарынан Фараоат Ҡадир шәйехте лә бергә алып килеп күрһәтеүе һәм уның күргәндәре тураһында тәьҫораттарын ихлас бүлешеүе беҙҙең өсөн оло мәртәбә булды.

Оставить сообщение: