Рекламный баннер 990x90px bantop
#культурабашкир#башҡортмәҙәниәте
09:31 15.05.2025 16+
#культурабашкир#башҡортмәҙәниәте
Ғаилә — социаль сәйәсәттең төп объекттарының береһе.
Уның функциялары булып: бала табыу һәм тәрбиәләү, уртаҡ хужалыҡ алып барыу, мираҫҡа мөлкәт ҡалдырыу һ.б.торған. Башҡорттарҙа ғаилә традицион формалары төп урынды биләгән ярым күсмә хужалыҡ-мәҙәни тибы шарттарында барлыҡҡа килгән. Ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр туғанлыҡ системаһына ярашлы ҡоролған. Йола хоҡуғы нормалары иһә, исламды ҡабул иткәндән һуң, шулай уҡ шәриғәт ярҙамында көйләнгән. Совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундарына буйһонған. Ғаилә - Аллаһ әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һаналған.
Ғаилә, нигеҙҙә, бер никахлы булған. Күп ҡатынлылыҡ һирәк, башлыса башҡорт общинаһының бай ҡатламдары һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре араһында, шулай уҡ вафат булған ағаларының ҡатындарын никахлағандар араһында осраған. Салауат Юлаевтың ҡулған алынған мәлдә 3 ҡатыны булған.Шуларҙың икәүһе - еңгә ҡатындар.
Башҡорт халҡында балалары бәлиғ булыу менән өйләндерергә ашыҡҡандар. Никах - милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе - милләтен һәм динен яратҡан, уға хеҙмәт иткән шәхес. Никахланыу - йәмәғәт алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙакәр аҙым. Ғаилә ҡорған егет бик ҙур бурыстар үтәй :
•ергә яралтылған һәр йән эйәһе үҙ затын дауам иттерергә тырыша, был - кешелек затын һаҡлау бурысы;
•милләт, зат-ырыуы алдында - улар тоҡомон дауам;
•үҙе алдындағы бурысы - нәҫелен ҡалдырыу, тәбиғи теләктәрен хәләле менән ҡәнәғәтләндереп, яман сир-сорға юлығыуҙан һаҡланыу, әхлаҡи яҡтан тотанаҡлы йәшәп, сәләмәт тоҡом ҡалдырыу;
•хәләл ефете алдында - үҙ нәҫелен дауам итергә булышыусы кеше булараҡ, уға ҡарата шәриғәт һәм донъяуи ҡанундар ҡушҡанды үтәү;
•балалары алдында - һәр яҡлап ҡурсыуға алып, уны лайыҡлы шәхес итеп үҫтереү.

Оставить сообщение: