Рекламный баннер 990x90px bantop

#акция_помоги__найти_солдата

10:37 14.05.2025 16+
#акция_помоги__найти_солдата
9 май көнө, «Һалдатты табырға ярҙам итәбеҙ» акцияһын дауам иттереп, музей хеҙмәткәрҙәре ҡалалаштарҙан күп кенә мөрәжәғәттәр ҡабул иткәйне. Эҙләү эштәрен Зөбәржәт Вәкил ҡыҙы һаман да дауам иттереп, ҡайһы берҙәренең быға тиклем сер итеп һаҡланған документтарын табыуға өлгәште.
Шатлыҡлы хәбәрҙе еткереү менән, атаһы менән бергә һуғышҡа китеп хәбәрһеҙ юғалған Вагин Иван Петровичтың һеңлеһе - Светлана Алексеевна килеп тә етте. Вагин И.П. 1920 йылдың 10 октябрендә Чкалов өлкәһенең Орск районындағы Федоровск ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы Федоровка ауылы) донъяға килә. Һуғышҡа алынғанға тиклем Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында руда сығарыуҙа эшләй. 1941 йылда Баймаҡ военкоматы аша хеҙмәткә алына һәм Украиналағы Житомир ҡалаһында хәрби званиеһы буйынса сержант, вазифаһы буйынса орудия командиры була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, немец фашистарына әсирлеккә алынып, 1941 йылдың 31 декабрендә үлтерелә. Был турала немец телендә яҙылып, аҙаҡ руссаға тәржемә ителгән яңы табылған документта бәйән ителә.
Әсәһе исеменә 1948 йылда ғына хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡара ҡағыҙы килә. Туғандары ҡәберенә килеп йөрөһөн, онотмаһын тигән ниәт менән, әсәләре зыяратта таҡтаташ элеп, унда исем шәрифен, тыуған һәм хәбәрһеҙ юғалған йылын яҙып ҡуя.
334

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ