Рекламный баннер 990x90px bantop
Бөгөнгө гүзәл иртәлә беҙгә Баймаҡ районының Ярат урта мәктәбенән 5-7 класс уҡыусылары килде
09:52 16.05.2025 16+
Бөгөнгө гүзәл иртәлә беҙгә Баймаҡ районының Ярат урта мәктәбенән 5-7 класс уҡыусылары килде. Ғилми хеҙмәткәр Разалия Наил ҡыҙы Теүәлбаева тарафынан музей буйлап үткәрелгән экскурсия барыһы өсөн дә фәһемле һәм мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ булды. Бер үк ваҡытта, ветеран эҙҙәре буйлап, улар яҡташтары Мырҙабаев Хәсән Сәләхетдин улының фото һүрәтен һәм музейҙа һаҡланған фронт ҡалағын да күрә алды.
Уҡыусыларға өлкән сержант Мырҙабаев Х.С. кеүек юғалып ҡалмай, тормошта үҙ урындарын табырға, илебеҙгә, халҡыбыҙға кәрәкле шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Ә инде остаздарына еңел булмаған эштәрендә, киләсәк быуынды тәрбиләүҙә бары уңыштар, түҙемлек, сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ!

Оставить сообщение: