Рекламный баннер 990x90px bantop
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
06:44 23.05.2025 16+
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
"Алтынай" балалар баҡсаһында, башҡорт төркөмдәренең методик берләшмәһенең йыллыҡ планына индерелгән Мәхмүтова Фәйрүзә Әҙип ҡыҙының "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника һәм мнемотаблицалар ҡулланыу" буйынса эш тәжрибәһен дөйөмләштереп оҫталыҡ дәресе булып үтте. Был сараға ҡалабыҙҙың барлыҡ балалар баҡсаларынан башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе коллегаларыбыҙ саҡырылды.
Фәйрүзә Әҙип ҡыҙы мнемотехника һәм мнемотаблицалар ярҙамында балаларҙың эҙмә-эҙлекле, грамматик яҡтан дөрөҫ итеп төҙөлгән һөйләмдәр ҡулланылған бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә үҙенең ниндәй алымдар ҡулланыуы, ниндәй һөҙөмтәләргә килеүе менән уртаҡлашты. Эш барышында туплаған материалдарын, балаларҙың мнемотаблицаға ҡарап һөйләгән видеояҙмарын күрһәтеп үтте.
Коллегаларға мнемотаблица ярҙамында башҡорт телендә шиғыр һөйләү оҫталығын күрһәтте. Артабан, килгән ҡунаҡтарға бирелгән әкиәттәр буйынса схема рәүешендә мнемотаблицалар төҙөп, уның буйынса һөйләп ҡарарға тәҡдим ителде.
Оҫталыҡ дәресе бер тында юғары кимәлдә үтте.
Фәйрүзә Әҙип ҡыҙына артабан да эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Оставить сообщение: