Рекламный баннер 990x90px bantop
#всероссийская_акция_ночь_музеев
23:12 17.05.2025 16+
#всероссийская_акция_ночь_музеев
Беҙҙең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Бөтә Рәсәй "Музейҙар төнө" акцияһына дәррәү ҡушылып, гөрләтеп үткәреп ебәрҙе!
Саҡырылған ҡунаҡтарҙан тыш, теләге булған һәр кем килә алған был мөғжизәле кисәгә, хатта күрше Баймаҡ ҡалаһы мәктәбенән һәм Силәбе өлкәһенең Гранит ауылы уҡыусылары ла ҙур теләк менән ҡушылды.
Программаға ярашлы, һәр сара үҙ ваҡытында уҙғарылды. Тантаналы өлөштә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре тураһында туғандары килеп һөйләһә, Чечняла булып үткән ҡан ҡойош хаҡында, унда туранан-тура ҡатнашыусы Сәйфуллин Руслан Рәфис улы үҙе бәйән итте.
Хәҙерге көндә дауам иткән МХО -ла ҡатнашып, оло батырлыҡ күрһәтеп, өс тапҡыр"Ҡаһарманлыҡ" миҙалына лайыҡ булыусы мәрхүм егетебеҙ капитан Бикбаев Юнир Юлай улы менән "Шайморатов" батальонында хеҙмәт итеп, батырҙарса һәләк булыусы ҡыйыу һуғышсы Максимов Федор Сергей улы тураһында әсәләре һөйләгәндәрҙе һәр кем күҙ йәштәре аша тыңланы.
Уҡыусылар ҙур теләк менән "Оҫталыҡ дәресен"дә ҡатнашты, батырҙар тураһында документаль фильмдар һәм йәнһүрәт ҡараны, Башҡортостан картаһын пазл итеп йыйҙы.
Ҡунаҡтар Сибай филармонияһы әртистәре ҡатнашлығында үткән блиц-экскурсиянан да ҡәнәғәт ҡалдылар.
Һуғыш осоро йырҙары тураһында мәғлүмәттәр тыңлауҙан тыш, бергәләп караоке йырлау берсә һағышландырһа, берсә күңелдәрҙе күтәрҙе.
Иң түҙемлеләр иһә, билет уйнатыуҙа ҡатнашып, бағыусылар әҙерләгән шәп бүләктәрҙе отоп, рәхмәттәрен әйтеп хушлашты.
Һау бул "Музейҙар төнө—2025"! Илдәр тынысланып, именлектә кил "Музейҙар төнө—2026"!

Оставить сообщение: