Рекламный баннер 990x90px bantop

#башкирскаякультура

08:23 05.06.2025 16+
#башкирскаякультура
Ҡымыҙ — бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.
Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр Постников Нестор Васильевич тарафынан 1858 йылда Һамар губернаһында асыла. Башҡортостанда (Өфө губернаһы) беренсе ҡымыҙ дауаханаһы 1890 йылда С.Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башҡа ойошмалар бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙа ҡымыҙ етештереү эшенә ҡушала.
Ҡымыҙ микробтарға ҡаршы бик көслө матдә, унда тәбиғи антибиотиктар күп. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, эсәк-ҡарынды таҙарта. Ҡымыҙ өҙлөккән кешеләрҙе дауалағанда, туберкулез, цинга, гастрит, ашҡаҙан аҫты биҙе, аҙ ҡанлылыҡ, неврастения, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм ҡорһаҡ тифын дауалағанда ҡулланыла.
Кешене генә түгел, ҡымыҙ мал-тыуарҙы дауалағанда ла — диспепсия, яраларҙы бөтәштереү өсөн дә файҙаланыла.
664

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ