Рекламный баннер 990x90px bantop
Бөгөн Учалы районының Сәфәр ауылында йәшәп ижад итеүсе Әҡлимә Ғизитдин ҡыҙы Сафина “Зәйнулла ишан эҙҙәренән” һәм “Етемлектең әсе күҙ йәштәре” исемле Башҡортостан китап
15:40 24.06.2025 16+
Бөгөн Учалы районының Сәфәр ауылында йәшәп ижад итеүсе Әҡлимә Ғизитдин ҡыҙы Сафина “Зәйнулла ишан эҙҙәренән” һәм “Етемлектең әсе күҙ йәштәре” исемле Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан китаптарының исем туйын музей бинаһында ла үткәрҙе. Кисәгә Учалы, Әбйәлил райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан китаптарға туранан-тура мөнәсәбәттәре булған ҡунаҡтар саҡырылды. Уны яҙыусы, драматург Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина алып барҙы.
Тәүге китап мәшһүр ишан Зәйнулла Рәсүловҡа бағышланып, 45 ауыл-ҡала, хатта Дағстан тарафтарына барып йыйып алынған төрлө материалдар нигеҙендә ижад ителә.
Икенсе китап Төйәләҫ ауылының элекке “Дружба” тип исемләнгән Баҡыр-көкөрт комбинатына ҡараған ярҙамсы хужалығының директоры Сибәғәт Сөнәғәт улы Ғиззәтуллинға бағышланған.
Кисә матур сығыштар менән йылы мөнәсәбәттә үтте.
Автор Әҡлимә Ғизитдин ҡыҙына артабан да уңыштар юлдаш булыуын, ижад ҡомарының һүнмәүен, һүрелмәүен теләйбеҙ!

Оставить сообщение: