Рекламный баннер 990x90px bantop

Бөгөн Сибай ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры С

12:30 16.06.2025 16+
Бөгөн Сибай ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры С. Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде. Сара арҙаҡлы шәхестең бюсы ҡуйылған майҙанда ойошторолдо. Ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы С. В. Озерцов тәбрикләне. Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы исеменән Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Д. У. Фәтҡуллина сығыш яһаны. Тарих фәндәре кандидаты Ф. М. Сөләймәновтың сығышы С. Юлаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында төрлө мәғлүмәттәргә бай булды. Байрамда "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм 7-се мәктәп уҡыусылары С. Юлаевтың шиғырҙарын, уға арналған әҫәрҙән өҙөк һөйләнеләр. А. Туҡтаев йырлаған йыр, 7-се мәктәп уҡыусыһы А. Сырлыбаев башҡарған бейеү тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Матур йолаға әүерелгән сарала ҡала хакимиәте вәкилдәре, мәҙәниәт һәм мәғариф идаралығы белгестәре, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Сибай педагогия колледжы студенттары ҡатнашты. Тантана һуңында С. Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу ойошторолдо.
1593

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ