Рекламный баннер 990x90px bantop
16 июнь - Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө (1754 - 1800)
09:27 16.06.2025 16+
16 июнь - Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө (1754 - 1800). Салауат ҡыҫҡа ғына ғүмер йәшәп, тарихта үҙе хаҡында яҡты эҙ, бөйөк тарих ҡалдырыусы шәхес. Милли геройыбыҙ сәсән дә, йырсы-импровизатор ҙа, халыҡ бәхете өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеүсе лә. Уның хаҡында бик күп легендалар йәшәй, йырҙар яҙылған.
Салауат Юлаев 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән.
Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була. Шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Халыҡ хәтерендә ул шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ батыр булып һаҡлана.

Оставить сообщение: