Рекламный баннер 990x90px bantop
Яугир әсәһе менән осрашыу
07:16 01.07.2025 16+
Яугир әсәһе менән осрашыу
Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында (филиалында) тулҡынландырғыс һәм йылы осрашыу үтте.
Институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов махсус хәрби операция барышында һәләк булған Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһен ҡабул итте. Тамерлан Айсар улы 1994 йылдың 22 июнендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Бала саҡтан тәртипле бала була, һәр нәмәлә тәртип ярата.
Уға полководец исеме бирәләр һәм ысын ир-егет итеп тәрбиәләйҙәр.Шуға ла, бәлки, ҡаһарман һәм батыр булып буй еткерә, Ватан алдындағы бурысын ысын ир-егеттәрсә үтәй.
Рәсәй Геройы булған Тамерлан Илһамовҡа ошо көндәрҙә, 22 июндә, геройҙың тыуған көнөндә генерал Шайморатов ордены ла тапшырылды.
Осрашыу барышында әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы улының батырлығы һәм Ватанға тоғролоғо хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Институт директоры ысын герой, илһөйәр егет тәрбиәләгәне өсөн әсәгә рәхмәт белдерҙе.
Рәүилә Хәсәнова.
"Атайсал" гәзитенән.

Оставить сообщение: