Рекламный баннер 990x90px bantop
#башҡортмәҙәниәте #культурабашкир #телмәрэтикеты
09:29 30.07.2025 16+
#башҡортмәҙәниәте #культурабашкир #телмәрэтикеты
Башҡорттарҙың телмәр этикеты — үҙ-ара гармониялы, конфликтһыҙ аралашыуға йүнәлтелгән милли үҙенсәлекле аралашыу-телмәр системаһы. Үҙ-ара аңлашыуға өлгәшелһен һәм әңгәмә уңышлы барһын өсөн башҡорттарҙа аралашыу ҡағиҙәләренә айырым иғтибар бирелә. Аралашҡан саҡта ҡулланған телмәр этикеты төрө түбәндәге шарттарға бәйле һайлана:
•Ситуация (рәсми, ярым рәсми, рәсми түгел)
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығын сағылдырған һыҙаттар: хужа ҡунаҡтарҙы ишек алдына сығып ҡаршы ала, арттарынан сығып оҙатып ҡала. Өйгә ингән ҡунаҡты: «Түргә үтегеҙ», тип саҡыра. Ҡунаҡты һыйлағанда һүҙ менән албырғатмауҙы хуп күрә: «Ҡунаҡтарҙың алдына аш ҡуй; ауыҙын-ҡулын буш ҡуй». Табынға ултырыуҙан баш тартҡан ҡунаҡҡа: «Аштан оло булып булмай», тиҙәр.
•Танышлыҡ йә туғанлыҡ кимәле.
•Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр («тиң менән тиң», «тиң булмаған мөнәсәбәттәр»)
•Әңгәмәлә ҡатнашыу функциялары
•Әңгәмәсегә мөнәсәбәт (әҙәпле, үтә әҙәпле, ихтирамлы, яғымлы йәки дуҫтарса)
•Аралашыу урыны һәм ваҡыты
Башҡорттарҙа әңгәмә ултырған килеш алып барыла, аяғөҫтө һөйләшеү әҙәпһеҙлек һанала. Эшкә күсер алдынан сәләмәтлек, хәл-әхүәл, ғаилә хәлдәре тураһында һорашыла, һауа торошо, таныш-белеш, яңылыҡтар, сәйәсәт тураһында бер аҙ һөйләшелә. Әңгәмә аҙағында йомоштоң асылына күселә. Ҡайтыр алдынан әңгәмәләшеүселәр һый-хөрмәт (һөйләшеү ғәҙәттә сәй артында бара), алсаҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтә, бер-береһенә һаулыҡ-сәләмәтлек, именлек теләйҙәр, һөйләшкәндә оҡшамаған ере булһа тип, ғәфү үтенәләр. «Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын», «иҫән-һау булығыҙ, бай булығыҙ», «өҫтәлдәрегеҙ мул ризыҡтан һығылып торһан, күңелдәрегеҙ гел асыҡ, йөҙҙәрегеҙ алсаҡ булһын» тигән теләктәр әйтешәләр.
Телмәрҙән тыш, этикеттың ым-ишаралы төрө лә ҡулланыла: баш эйеү, баш ҡағыу, ҡул ҡыҫышыу. Башҡорттарҙа сәләмләшеүҙең төп төрө булып бер йә ике ҡуллап күрешеү, оҙаҡ осрашмаған ҡәрҙәштәрҙең ҡосаҡлашыуы тора.
Башҡорттарҙың телмәр этикеты, ситуацияға ҡарап, төрлө һыҙаттарға эйә була.

Оставить сообщение: