Рекламный баннер 990x90px bantop

#башҡортмәҙәниәте #культурабашкир #мәҡәл

12:06 13.08.2025 16+
#башҡортмәҙәниәте #культурабашкир #мәҡәл
Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан- быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Афористик жанр үҙенең тәбиғәте менән күп яҡлы, ул халыҡтың һөйләү телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Һеҙҙең иғтибарға йәй, эш һәм йән һүҙҙәренә бәйле мәҡәлдәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.
Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарга тапмаҫһың.
Йәй ҡышты туйҙыра.
Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.
Йәйге көн бер йылды туйҙыра.
Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.
Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер айынан ҡиммәт.
Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.
Йәйе барҙың ҡышы бар.
Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
Йән биргәнгә йүн биргән.
Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ, тырышмаған моратына ет¬мәҫ.
Йәне барҙың йүне бар.
Йәне теләгән - йылан ите ашаған.
Йәнең тынһа, ҡулың тынмай, ҡулың тынһа, йәнең тын¬май.
Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр.
Йән рәхәте тән менән, тән рәхәте мал менән.
Йән тынысы — ямғыр.
433

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ