Рекламный баннер 990x90px bantop
#музейныйфонд
06:18 20.08.2025 16+
#музейныйфонд
Сибай музейы фонды ҡиммәтле экспонат - боронғо ағас табаҡ менән тулыланды. Уны хеҙмәт ветераны Сөләймәнов Зәкир Хисамитдин улы бүләк итте.
Борон башҡорттар көнкүрештә башлыса ағас һауыттар ғына ҡулланған. Уларҙы, ғәҙәттә, оҫталар - ҡайын, йүкә, ҡарағастан эшләгән. Ағас һауыттар башҡорттарҙың көнкүрешендә, хужалығында ҙур урын алып торған.
Иң ныҡ таралған һауыт әлбиттә, табаҡ булған. Унда ғәҙәти тормошта, туй-байрамдарҙа, ҡунаҡ һыйлағанда аш әҙерләп һалма һалғандар. Ә бына ҡоштабаҡҡа ҡаҙ ите, һалма һалып, өҫтөнә тоҙлоҡ ҡойоп ҡунаҡтарға ултыртыр булғандар.
Табаҡ төрлө ҙурлыҡта һәм төрлө формала була. Элек табаҡтың ошо төрҙәре йыш осраған: ҡорос табаҡ, ағас табаҡ, оро табаҡ, баҡыр табаҡ, еҙ табаҡ.
Халҡыбыҙҙа табынға бишбармаҡты, итте, туҡмаслы ашты табаҡ менән ҡуйғандар.
Табаҡ, шулай уҡ үлсәм берәмеге булараҡ та ҡулланылған: бер ҙур табаҡ ит; бәләкәй табаҡ ҡатыҡ, ярты табаҡ он. Әҙәби әҫәрҙәрҙә табаҡ менән сағыштырған метафораларҙы осратырға була. Мәҫәлән: “Табаҡ-табаҡ хаттар яҙҙы”, “Табаҡ та ғына, ай, аҡ ҡағыҙ Буранбайҙың яҙған хаттары”, “Табаҡ ҡына битле һипкелле ҡыҙ” һәм башҡалар.
Фольклорҙа табаҡҡа бәйле төрлө фәһемле мәҡәлдәр йөрөй, мәҫәлән:
“Ашаған табағыңа төкөрмә”,
“Ашына күрә табағы, балына күрә ҡалағы”,
“Тауҙың күрке таш менән, табаҡ күрке аш менән”,
“Табаҡ күрке аш менән, ирҙең күрке эш менән”.
#фондыСибайскогомузея
#музеиРБ
#Госкаталог
#музейный_секрет
#хранить_вечно

Оставить сообщение: