Рекламный баннер 990x90px bantop
22 августан Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙешмәкәр рәссамдарҙың Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейына арналған «Илһам киңлеге» күргәҙмәһе үҙ эшен башлай
09:15 21.08.2025 16+
22 августан Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙешмәкәр рәссамдарҙың Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейына арналған «Илһам киңлеге» күргәҙмәһе үҙ эшен башлай. Күргәҙмәлә рәссамдар - Риф Ахунйәнов, Рафиҡ Ғәлфәүров, Михаил Макаров, Ғүмәр Дәүләтшиндың картиналары, шулай уҡ, Сибай музейы фондында һаҡланған авторҙар - Валентина Гончаренко һәм Александр Двоежановтың картиналары ҡуйыла.
Был сәнғәт әҫәрҙәре Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтенең ғәжәп төрлөлөгөн сағылдыра. Тамашасыны рәссам менән уртаҡ хистәр берләштерә: үҙ еренә, уның ҡабатланмаҫ тәбиғәтенә һәм һәр кешегә бала саҡтан таныш булған гүзәл урындарға ихлас һөйөү. Асыласаҡ күргәҙмә матурлыҡты яратыусылар өсөн ысын байрам буласаҡ.
«Илһам киңлеге» күргәҙмәһе 2025 йылдың 19 сентябренә тиклем эшләйәсәк.
Инеү ирекле.
Адресы: Сибай ҡалаһы, Горняков проспекты, 45, Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы.
Яҙыу һәм белешмәләр өсөн Телефон: 5-53-07, 5-53-05

Оставить сообщение: