Рекламный баннер 990x90px bantop
#просвещениеРодителейРеспубликаБашкортостан
20:03 13.09.2025 16+
#просвещениеРодителейРеспубликаБашкортостан
#ДеньНациональногоКостюма
#МиллиКейемКөнө
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
#АлтынТирмәТөркөмө
Милли кейем һөйләп торор
Халҡымдың үткәндәрен,
Көнкүрешен, уй-хыялын,
Шөғөлөн, күргәндәрен.
Р. Ғәйетбаева
Башҡортостан Республикаһында «Милли кейем көнө" сиктәрендә
беҙҙең балалар баҡсаһында тематик аҙналыҡ үтте.
Милли кейем һәр халыҡтың мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Был кейем генә түгел, ә тотош халыҡ һәм айырым кеше тураһында һөйләй алған ҙур тарих.
Аҙналыҡтың маҡсаты: балаларҙы башҡорт милли кейемдәре менән таныштырыу; башҡорт халҡының мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү; мәҙәни һәм тарихи мираҫҡа һәм йолаларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу, ярҙамсыллыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Кескәйҙәр төркөмө балалары был аҙналыҡты башҡорт милли кейеме менән танышыуҙан башлап китте. Башҡорт милли кейемендә ҡунаҡҡа килгән Батыр һәм Сәлимә исемле ҡурсаҡтар менән танышыу, уларҙың өҫ һәм баш кейемендәрен, биҙәүестәрен ҡарау балаларҙа ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыу тойғоһо уятты. Сағыу биҙәкле яулыҡтар, түбәтәйҙәр менән танышҡандан һуң үҙҙәре лә орнаменттар төшөрөлгән яулыҡтарҙы сағыу төҫтәргә буяп ҡуйҙылар, бергәләп елем ярҙамында әҙер ҡырҡылған орнаменттарҙы йәбештереп балаҫ та эшләп ҡаранылар. Балалар барыһы ла ихлас катнаштылар. Атай-әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы был аҙналыҡтан. Бар яҡлап ярҙам иттеләр.
Балаларҙы халыҡ мәҙәниәте сығанаҡтарына йәлеп итеп, беҙ быуындар туплаған бай тәжрибәне, традицияларҙы, ҡиммәттәрҙе һаҡлайбыҙ, был баланың шәхесен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Оставить сообщение: