Рекламный баннер 990x90px bantop

#башҡортмәҙәниәте#культурабашкир

13:27 30.09.2025 16+
#башҡортмәҙәниәте#культурабашкир
Ата-әсә, бала – бауыр ите, тип көтөп алған балаһын ҡәҙерләп, һөйөп уға оҙон ғүмер, бәхет теләп исем ҡушҡан. Баланың исемендә улар үҙҙәренең киләсәккә булған уй-хыялдарын, өмөт-теләктәрен сағылдырырға тырышҡан. Шулай итеп, халыҡтың донъяға ҡарашы, фекерләү ҡеүәһе, аҡылы, милләтебеҙҙең быуаттар буйына йәшәү рәүеше, халыҡ тарихы, тормош фәлсәфәһе, бай эске донъяһы төрлө мәғәнәле, тәрән йәкмәткеле исемдәр һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Быуаттар буйына ижад ителгән исемдәр һәм ҡушыу йолалары бөгөнгө көндә беҙҙең рухи байлығыбыҙҙың ҙур бер өлөшөн тәшкил итә.
Имам кеше исем ҡушарға килде икән, иң беренсе сиратта ул ата-әсәгә ошо исем, уның мәғәнәһен, ни өсөн аҙан әйтелеп исем ҡушылыуы хаҡында кәңәш-нәсихәт әйтергә тейеш. Сөнки кәңәш-нәсихәт биреү мосолман хаҡы булып һанала. Исем ҡушыр алдынан, баланың был исемде күтәреп йөрөйәсәген әйтергә, балаға был исем менән ауыр булмаһын тип, аңлатырға кәрәк. Бөгөн был исем беренсе рәттә тип ҡаңғырмаҫҡа. Әле бына әйләнә-тирәлә бөтәһе лә бер исемдә икәнен аңғараң. Мода үтә ул, әммә исемдәр тәрән мәғәнәле, аҡыллы булырға тейеш. Шуны беҙ халыҡҡа еткерергә тейешбеҙ.
Әгәр инде ата-әсә насар мәғәнә бирә торған исем ҡушарға теләй икән, имам был исемде ҡушмаҫҡа мөмкин. Һәм ата-әсәне өгөтләргә, нәсихәттәргә бурыслы, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында сәхәбәнең исеме Ғабдулшәмс (ҡояштың ҡоло мәғәнәһендә) ине. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм уға: «Исемеңде алыштыр, һин Ғабдулшәмс түгел, Ғабдуллаһ», — тип әйтте. Береһенең исеме Хузн ине, йәғни ҡайғылы, хәсрәтле кеше тигән мәғәнәлә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм уға Сәхл (еңел мәғәнәһендә) тип исем ҡушты. Ҡыҫҡаса әйткәндә, әгәр исем насар мәғәнәне белдерә икән, исемде ҡушмаҫҡа һәм был хаҡта ата-әсәгә әйтергә.
Әгәр балаға ҡушылаһы исем беҙҙең халыҡтыҡы йәки башҡа милләттең исеме икән, уны ғәрәп теленә тәржемә итеү мөһим түгел. Уны нимәгә тәржемә итергә? Ул бит ғәрәп исеме түгел. Аллаһ һәр халыҡты һәм телдәрҙе күркәм ҡылды. Беҙҙә башҡортта Гөлнара тигән исем киң таралған. Ул фарсынан килгән исем, «гранат сәсҡәһе» тигәнде аңлата. Ләкин ҡайһы берәүҙәр, «нар» – ул «ут»тип тәржемә итеп, был исемдең мәғәнәһен юғалта. Әгәр урыҫ кешеһе ислам динендә, уның исеме Владимир йәки Алексей икән, былар — урыҫ телендә матур, мәғәнәле исемдәр. Уны үҙгәртергә йә мосолман исемен ҡушарға кәрәк тигән нәмә шарт булып тормай. Иң мөһиме - исемдең мәғәнәле булыуы кәрәк. Сит халыҡтар исемдәрен ҡушыуҙы тыйыуға шәриғәттә дәлилдәр юҡ.
293

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ