Рекламный баннер 990x90px bantop
Башҡортостан – илгенәм
04:36 11.10.2025 16+
Башҡортостан – илгенәм
Мәктәпкәсә йәштәге “Аҡбуҙат” төркөмө тәрбиәселәре Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан “Тыуған илем – бер генәм” тип аталған сарала ҡатнашты. Илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар, уларҙың теле тураһында һөйләштек. Флаг, гимн менән таныштыҡ.
Әлбиттә, байрам саралары йыр-бейеүһеҙ уҙмай. “Башҡортостан – ил генәм” тигән йырҙы башҡарҙыҡ. Ҡыҙҙар - “Тирмә”, малайҙар - “Ат сабышы” тигән уйын-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Рәсимә Ураҡсинаның балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын яттан һөйләне. Туған илгә, телгә, милләткә, тәбиғәткә ҡағылышлы йомаҡтар ҡойҙоҡ. Уларҙың өҫтөндәге милли орнаментлы галстук, билбауҙар, стилләштерелгән түшелдеректәр байрам сараһын тағы ла нығыраҡ йәмләне. Динислам Ураковҡа ата-әсәһе республика көнөнә арнап башҡорт милли костюмы ла тектергән. Бындай саралар йәш быуынға илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Алһыу АЗАМАТОВА, “Сулпылар” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Сибай ҡалаһы.

Оставить сообщение: