Рекламный баннер 990x90px bantop
12 ноябрь Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән иң яҡшы уҡыу ҡулланмалары" конкурсының
06:30 17.11.2025 16+
12 ноябрь Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡортостан Республикаһының төбәк һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән иң яҡшы уҡыу ҡулланмалары" конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. «Мәктәпкәсә белем биреү өсөн тәғәйенләнгән уҡыу әсбабы» номинацияһына методик ҡулланмаларымды тәҡдим итеп, 1 урын яуланым. Икенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың әһәмиәте ҙур. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән педагогтар 6 номинация буйынса үҙ эштәрен яҡлап сығыш яһаны. Был бәйге тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла, туған телдең абруйын күтәреү сараһы ла, педагогтарҙың инновацион идеяларын хуплау буйынса эш төрө лә булып тора. Конкурсты ойоштороусы Милли мәғариф идаралығына һәм Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенә ҙур рәхмәтемде белдерәм!
Айгөл Фәтих ҡыҙы Уразбаева
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Айгөл Фәтих ҡыҙы Уразбаева
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы



Оставить сообщение: