Рекламный баннер 990x90px bantop
#КурайЙондоҙҙар
06:17 20.11.2025 16+
#КурайЙондоҙҙар
Өфө ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың шиғырҙарын төрлө телдәрҙә яттан һөйләүселәр конкурсында 6 йәштән алып 75 йәшкә тиклем 70-тән ашыу шиғыр һөйөүсе ҡатнашты.
Бәйгене асып, шағирҙың тормош иптәше Гөлсөм апай, улы, Башҡортостан Башлығының өлкән референты, шағир, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Алмас Шаммасов сығыш яһап, уңыштар теләне. Өфө ҡала округының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Заһиҙуллин Робет Рәшит улы шулай уҡ йылы теләктәрен еткерҙе.
Еңеүселәрҙе Алмас Шаммасов етәкселегендәге мәртәбәле жюри - республикабыҙҙың билдәле журналистары, шағирә Фәниә Рауил ҡыҙы Ғәбиҙуллина, йәш яҙыусы Рәзинә Ғилман ҡыҙы Урманшина, Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова билдәләне. "Ҡурай" балалар баҡсаһынан Ралина Һөйәрғолова "Һөйөү һүҙе" шиғыры менән сығыш яһап 1 урынға лайыҡ булды. Сибай ҡыҙы тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Афарин, Ралина!

Оставить сообщение: