Рекламный баннер 990x90px bantop
Сибай ҡалаһында “Башҡортостандың Урал аръяғы 3
13:14 21.11.2025 16+
Сибай ҡалаһында “Башҡортостандың Урал аръяғы 3.0: кадрҙар һәм үҫеш” атамаһы менән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына бағышланған ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҙған был сараға баш ҡалабыҙҙан – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Рәсих Әғзәм улы Хәмитов, Башҡорт ырыуҙары советы Президиумы рәйесе Вилмир Хәйбрахман улы Аҙнаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе урынбаҫары, мәғариф өлкәһендәге эшмәкәр Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, тарих фәндәре кандидаты, РФ-һының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре, ғалим Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов һәм Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан, Межгорье ҡалаһынан урындағы ҡоролтай рәйестәре һәм ағзалары килде.
Сарала сығыш яһаусылар һәр ваҡыт төп мәсьәлә булып торған - туған тел, шулай уҡ, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен белеү кәрәклекте алға ҡуйҙы. Был йәһәттән, йыраҡ Ханты-Манси өлкәһенең Сорғот ҡалаһынан килгән, ундағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтов иһә, ситтә йәшәгән башҡорттарҙың бик әүҙем булып, бейеү, ҡурай ансамблдәрен, кластарын асып, балаларҙың киләсәктәрен ҡайғыртып йәшәүҙәрен, Башҡортостан менән ныҡлы бәйләнештә булыуҙары тураһында еткерҙе.
Пленар өлөштөң һуңында, төрлө өлкәлә үҙҙәрен юғары яҡтан күрһәткән Сибайлыларға “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы, Бөтә донъя башҡорттарының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы.
#ҡоролтай #Сибайҡоролтайы #кадры #Сибай #туғантел

Оставить сообщение: