Рекламный баннер 990x90px bantop
Сибай ҡалаһында бөгөн “Башҡортостандың Урал аръяғы 3
20:20 20.11.2025 16+
Сибай ҡалаһында бөгөн “Башҡортостандың Урал аръяғы 3.0: кадрҙар һәм үҫеш” атамаһы менән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына бағышланған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Күп кенә студенттарға юғары белем биргән, уларҙы шәхес кимәленә еткергән Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҙған был сараға баш ҡалабыҙҙан – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Рәсих Әғзәм улы Хәмитов, Башҡорт ырыуҙары советы Президиумы рәйесе Вилмир Хәйбрахман улы Аҙнаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе урынбаҫары, мәғариф өлкәһендәге эшмәкәр Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, тарих фәндәре кандидаты, РФ-һының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре, ғалим Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов һәм Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан, Межгорье ҡалаһынан урындағы ҡоролтай рәйестәре һәм ағзалары килде.
Сарала сығыш яһаусылар һәр ваҡыт төп мәсьәлә булып торған - туған тел, шулай уҡ, Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен белеү кәрәклекте алға ҡуйҙы. Был йәһәттән, йыраҡ Ханты-Манси өлкәһенең Сорғот ҡалаһынан килгән, ундағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы Ҡолмәнбәтов иһә, ситтә йәшәгән башҡорттарҙың бик әүҙем булып, бейеү, ҡурай ансамблдәрен, кластарын асып, балаларҙың киләсәктәрен ҡайғыртып йәшәүҙәрен, Башҡортостан менән ныҡлы бәйләнештә булыуҙары тураһында еткерҙе.
Залда ултырыусы ҡунаҡтар тарафынан да төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Шуларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты Миңнур Шәриф ҡыҙы Шаһиева киләсәктә ҡоролтай фондын булдырыу кәрәклеген әйтте. Баймаҡ башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары, журналист Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин матбуғат мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеген белдереп, үҙ һүҙен: “Телде һаҡлап ҡалһаҡ, бирешмәҫбеҙ!”- тип тамамланы.
Һәр сығыштан тәҡдим-теләктәрҙе тыңлап, ҡоролтай киләһе йылдарға конференция эше буйынса резолюция өсөн тәҡдимдәр ҡабул итте.
Тантаналы өлөштө ҡалабыҙҙың йәш артистары - Балалар сәнғәт мәктәбенең "Сулпан" өлгөлө вокаль ансамбле (етәксе - Д.Р.Хәсәнова), яңыраҡ ҡына 45-йыллыҡ юбилейын билдәләгән "Йәнгүҙәй" халыҡ фольклор ансамбле (етәксе - Г.М.Шәмсетдинова), ҡалабыҙҙағы Сибай концерт-театраль берекмәһенең "Тарпан" вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһап, биҙәне, рухландырҙы!
Ҡалабыҙҙы еңел булмаған дәүерҙә етәкләгән, урындағы башҡорттар ҡоролтайы эшендә ҡайнаған, милли кадрҙарға, тарих,телебеҙҙе һаҡлауға тос өлөш индергән институттың директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы иҫтәлегенә, рухына бағышлап, "Сибай солтаны" йырын Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов ишеттерҙе.
Пленар өлөштөң һуңында, төрлө өлкәлә үҙҙәрен юғары яҡтан күрһәткән Сибайлыларға “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы, Бөтә донъя башҡорттарының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
#ҡоролтай #Сибайҡоролтайы #кадры #Сибай #туғантел

Оставить сообщение: