Рекламный баннер 990x90px bantop
#Сибайскиймузейсамыйлучший#Сибаймузейыиңяҡшыһы
19:22 28.11.2025 16+
#Сибайскиймузейсамыйлучший#Сибаймузейыиңяҡшыһы
Өфөлә бөгөн X Республика музейҙар форумы үтте. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле, әлбиттә, бүләкләү ваҡыты булғандыр.
Был йәһәттән, шатланыр, ғорурланыр урын бар, сөнки, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын етәкләүсе Альбина Зөфәр ҡыҙы ҡулына "Йылдың иң яҡшы муниципаль музейы" республика конкурсының "Иң яҡшы ҡала музейы" номинацияһы еңеүсеһе дипломы тапшырылды. Шулай уҡ, музей экскурсоводы Ишһылыу Сафа ҡыҙы емешле хеҙмәте һәм әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде!
Ҡайһы тарафтан ғына килмәһендәр, беҙҙең музейға һәр кем һоҡлана.
Әгәр ул юғары баһа алып, еңеүселәр рәтендә икән, тимәк, музей хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ла юҡҡа түгел! Киләсәктә лә уңыштар, ҡыуаныслы ваҡиғалар мул булһын!

Оставить сообщение: