Рекламный баннер 990x90px bantop

Әсә хаҡы - тәңре хаҡы. Әсә ҡулы - им. Әсәһеҙ ғаилә - һүнгән усаҡ

06:52 28.11.2025 16+
Әсә хаҡы - тәңре хаҡы. Әсә ҡулы - им. Әсәһеҙ ғаилә - һүнгән усаҡ.
Әсә янында балам етем булмай. Әсәһен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр. Ҡояш - яҡтылыҡ, әсәй - бәхетлек. Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта. Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.
Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ. Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә. Бала ҡəҙерен əсə белер. Телһеҙҙең телен əсəһе белер. Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы...
Дауам итһәң, ҡәҙерле, изге, ғәзиз әсәйҙәргә бағышланған мәҡәл - әйтемдәр, шиғыр-йырҙар бик күп. Ни тиһәң дә, ундай тылсымлы, матур һүҙҙәргә тик әсә кеше генә лайыҡлы! Күпме наҙ, күпме йылылыҡ бар был һүҙҙә. Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәткән, үҙ йәне аша үткәреп, күкрәк һөтө менән туған телгә мөхәббәт һеңдергән, иманға әйҙәгән әсәй. Уның һөйөүе беҙҙе ҡурсалай, көс бирә, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә. Ғаилә тураһында хәстәрлек, өй йылыһын булдырыу, ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләү ҙә нәҡ әсәйҙәрҙең иңендә ята бит!
Ошо уңайҙан, ноябрь айының һуңғы аҙнаһында 1998 йылдан алып билдәләнә килгән Әсәләр көнө менән барлыҡ әсәйҙәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйебеҙ.
424

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ