Рекламный баннер 990x90px bantop

Көн торошоноң һәм аҙнаның ниндәй генә көнө булмаһын, музейға килеүселәр һаны һис тә кәмемәй. Был беҙҙе, әлбиттә, бик ныҡ шатландыра.

14:39 26.11.2025 16+
Көн торошоноң һәм аҙнаның ниндәй генә көнө булмаһын, музейға килеүселәр һаны һис тә кәмемәй. Был беҙҙе, әлбиттә, бик ныҡ шатландыра.
Бөгөн дә ҡалабыҙҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы педагогтары, Таулы ҡасабаһының 5-се һанлы мәктәбенең 3-сө “А” класы һәм күршеләребеҙ Магнитогорскийҙан бер төкөм мәктәп уҡыусылары ҡунаҡҡа килде. Биш залды, шулай уҡ, яңы ғына асылған “Сибай - яратҡан ҡалам” атамаһы аҫтындағы күргәҙмәне бараһы ла оло ҡәнәғәтлек менән ҡараны. Экскурсияны етәкләүсе Аҡбулатова Ишһылыу Сафа ҡыҙы менән Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙының һөйләгәндәрен дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап, һәр кем үҙенә ни булһа ла һеңдереп ҡалырға тырышты.
Музей - ул үткәндәргә алып ҡайтыусы тарих, мәҙәниәт, сәнғәт һәм тағы ла күпте үҙендә һаҡлаусы усаҡ. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе Башҡортостандың иң гүзәл йорто һаналған Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын, унда ҡуйылған күргәҙмәләрҙе күреүҙән мәхрүм итмәйек!
539

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ