Рекламный баннер 990x90px bantop
#башҡортмәҙәниәте_һынамыштар #культурабашкир_приметы
07:19 19.11.2025 16+
#башҡортмәҙәниәте_һынамыштар #культурабашкир_приметы
Һынамыштар — фольклор жанры, һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙаҡ ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау, хикмәтле һүҙ.
Һынамыштар тип тәбиғәт күренештәрен, үҫемлектәрҙең үҙенсәлектәрен, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, бөжәктәрҙең холҡон һауа торошо үҙгәреүенә бәйләп оҙаҡ ваҡыт күҙәтеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән юрау, тәрән мәғәнәгә эйә һүҙ.
Һынамыштар яҙылмаған метеорологик белемдәр йыйылмаһы булып хеҙмәт итә. Төҙөлөшө, формаль билдәләре буйына Һынамыштар мәҡәлгә яҡын, әммә унан айырмалы рәүештә ғәмәли мәғәнәгә эйә - телмәрҙе матурлау һәм өгөт-нәсихәт өсөн түгел, ә көндәлек хужалыҡ эшмәкәрлегендә ҡулланыла.
Һауа торошо нисек булырын күрһәткән һынамыштар:
«Эт ергә ятып аунаһа - ямғырға», «Ысыҡ тиҙ кипһә, ямғыр булыр», «Арҡа һыҙлаһа, ямғыр була», «Болондағы кипкән бесән дымланһа, ямғыр яуасаҡ», «Болот ҡиблаға табан барһа, көн аяҙытыр», «Яңы ай тыуғанда ел булһа, ай бөткәнсе ел булыр», «Болоттар бер урында өйөрөлһә, көн боҙола», «Болот бергә өйөлөп, бик юғары күтәрелһә, йылы ямғыр булыр», «Эт йылы буран күп була», һ.б.
Ноябрь айының киләһе көндәренә һынамыштар:
19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана.
20—боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай.
21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр.
22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр.
23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр.
24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор.
25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр.
26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә.
27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ.
28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй.
29 ноябрь көндө еүеш ҡар — буранға.
30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндөрмәҫ.

Оставить сообщение: