Рекламный баннер 990x90px bantop

#ҠурайЙондоҙҙар

07:34 27.11.2025 16+
#ҠурайЙондоҙҙар
Ә, һеҙ белә инегеҙме? Ғәли Хәмзин - Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты. Ул Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй, сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, бик күп тамашасыларҙың һөйөүен яулаған маһир йырсыларыбыҙҙың береһе булған. Ғәли Хәмзин ынйы-гәүһәрҙәргә тиң халҡыбыҙ моңдары менән бер рәттән классик, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта, юғары кимәлдә башҡарған киң диапазонлы профессиональ йырҙар башҡарған. 20 ноябрҙә йырсы Ғәли Хәмзиндың (1950 — 2009) тыуған яғы — Белорет районында, танылған артистың иҫтәлегенә арнап, үҙешмәкәр йырсылар конкурсы ойошторолдо.
Конкурс ике категорияла — 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр ҡатнашып финалға бөтәһе 27 кеше сыҡты. Һәм финалистар еңеүсене билдәләр өсөн Белорет ҡалаһы мәҙәниәт йортона йыйылды. Тулҡынландырғыс минуттар, “Ҡурай” балалар баҡсаһы “Йондоҙҙар” төркөмөнән Сәғәҙәтова Айлина сығышы! Иҫ киткес матур тауышы, сәхнәлә үҙен тотошо менән, Айлина барыһын да әсир итте, призлы урындан тыш, махсус номинацияны ла кеҫәһенә һалып Сибайға алып кайтты. Ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ!
704

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ