Рекламный баннер 990x90px bantop

#ДеньГероевОтечества

10:34 11.12.2025 16+
#ДеньГероевОтечества
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#ВатанГеройҙарыКөнө
9 декабрь көнө Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнде. Был көндө үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте, ҡаһарманлығы, тыуған иленә тоғролоғо менән ил тарихында яҡты эҙ ҡалдыргандарҙы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Уларҙың миҫалында беҙ илһөйәрлек, ҡыйыулыҡ, тоғролок өлгөһөн күрәбеҙ. Илебеҙҙең именлеге өсөн үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәк быуын хаҡына үҙ көсөн, ғүмерен биргәндәрҙең исемдәре һәр саҡ хәтеребеҙҙә йәшәр.
Бөгөн һөйләйәсәк Геройыбыҙ "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ротань Русландың атаһы, Ротань Владимир Сергеевич тураһында. Ул 2022 йылдың 7 ноябрендә өлөшләтә мобилизацияга эләгә, инженер батальонында махсус миналау взводында хеҙмәт итә.
2024 йылдың 13 майында хәрби бурысын үтәгәндә, Украинаның Донецк Республика ерендә батырҙарса һәләк була.
Үлгәндән һуң "Батырлыҡ ордены" менән бүләкләнә.
Руслан атаһының исемен юғары күтәреп, илебеҙ өсөн ысын илһөйәр, батыр, ҡыйыу булып үҫеүен теләйбеҙ.
1597

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ