Рекламный баннер 990x90px bantop

#14декабрь

22:09 13.12.2025 16+
#14декабрь
#Башҡорттелекөнө2025
#Тирмәкәйбалаларбаҡсаһы
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Беҙҙең бурыс — ошо байлыҡты йәш быуынға тапшырыу. Балаларҙы телһөйәр, илһөйәр, рухлы итеп тәрбиәләү. Нәҡ ошо маҡсатта бөгөн “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында сара үтте. Башҡорт теле көнө уңайына үткәрелгән сара бик матур, күңелле һәм фәһемле үтте. Балалар туған телдә йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләне. Ҙур теләк менән “Тирмә “ , “ Түбәтәй“ уйындарын уйнаны. Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ! Һәр беребеҙ үҙ теле менән ғорурланһын һәм уның сафлығын, матурлығын һаҡларға ынтылһын.
678

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ