Рекламный баннер 990x90px bantop

#БашҡортТелеКөнө

09:13 14.12.2025 16+
#БашҡортТелеКөнө
#14декабрь
#БашҡортТелендәҺөйләшәм
#сулпылар
14 декабрь - билдәле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө "Башҡорт теле көнө" тип иғлан ителде. Байрам Башҡортостан Республикаһы башлығы Радик Хәбировтың Указы менән булдырылды. Ошо байрам уңайынан "Аҡбуҙат" мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә бик матур сара булып үтте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡорт теле тураһында йырҙар йырланылар, башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Байрам ваҡытында балалар «туған тел» төшөнсәһе менән танышып үттеләр, ни өсөн уны туған тел тип атауҙары, һәр кешенең тормошонда туған телдең әһәмиәте тураһында белделәр.
Бындай саралар малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың үҙ халҡының мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуын арттыра, шулай уҡ уларҙың туған теле, тыуған иле тураһында белемен киңәйтә һәм тәрәнәйтә.
Башҡорт теленә һөйөү ғаиләнән башлана. Туған телебеҙҙә һөйләшеп, телебеҙҙе быуындан-быуынға тапшырайыҡ, башҡорт рухында балаларыбыҙҙы тәрбиәләйек.
472

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ