Рекламный баннер 990x90px bantop

Башҡорт--башҡорт булмай, һыбай йөрөп уҡтан атмаһа!

14:47 12.01.2026 16+
Башҡорт--башҡорт булмай, һыбай йөрөп уҡтан атмаһа!

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Радик һәм Резеда Латыповтар бынан 13 элек «Ветерок» ат клубы булдырған. Шунан алып улар балаларҙы һәм өлкәндәрҙе һыбай йөрөргә өйрәтә, ат менән прогулка, фотосессиялар ойоштора, атҡа бәйле башҡа хеҙмәттәр күрһәтә.

Латыповтарҙың хужалығында 11 йәшлек «Плариум» ҡушаматлы рус юртағы, «Шамал» ҡушаматлы 5 йәшлек башҡорт-ҡарасәй аты, 4 йәшлек башҡорт тоҡомло «Парламент», «Күбәләк», «Спирит», «Смурфик», «Бусинка», «Маруся» ҡушаматы шетленд понилары бар. Бер йыл элек уларҙың дуҫ командаһына «Атаман» ҡушаматлы тағы бер бик шәп ат өҫтәлгән, уға 9 йәш.

-Беҙҙең клубта шөғөлләнгән балалар һыбай йөрөргә генә түгел, уларҙы ҡарарға, ашатырға, эйәрләргә лә өйрәнә. Кәрәк булһа аҫтын таҙаларға ла тура килә. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың ҡулланыусы ғына булып үҫеүҙәрен теләмәйем, ат—ул велосипед түгел, йөрөп килергә лә ырғытырға,--ти Резеда Әсхәт ҡыҙы. Аттарҙы хәстәрләргә, яратырға, ашатырға кәрәк. Йылҡы малын ҡарап балалар башҡа йорт хайуандары менән мөғәмәлә итергә өйрәнә.

Гөлдәр Ҡадаева. "Атайсал" төбәк гәзитенән.
5134

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ