Рекламный баннер 990x90px bantop

#Ҙурһәмтатыуғаиләйылы

15:07 25.02.2026 16+
#Ҙурһәмтатыуғаиләйылы
#Годбольшойидружнойсемьи
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
2026 йыл Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан ит
елде.
Ошо айҡанлы 25 февраль "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында “Татыу ғаилә - ил күрке” исемле шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе уҙҙы. Бәйгелә кескәй дуҫтарыбыҙ ғаилә ағзалары тураһында, дуҫлыҡ, татыулыҡ, хаҡында, башҡорт телендә тасуирлап яттан шиғырҙар һөйләнеләр. Жюри ағзалары һәр бер эште ентекле ҡарап сыҡҡандан һуң, бер фекергә килеп, еңеүселәрҙе билдәләне.
4-5 йәшлек кескәйҙәр араһында беренсе урынды Хәйбуллина Алина (етәксеһе Уразбаева А.Ф.) икенсе урынды Ротань Руслан (етәксеһе Ташбулатова А.А.), һәм өсөнсө урынды Моратова Камила(Султанова Ф.А.) яуланылар. Ә инде 6-7 йәшлек араһында 1-се урын - Исламғолов Динислам(етәксеһе Хасанова А.Ш.),2-се урын- Еникеева Айлина(етәксеһе Юнысбаева Г.Ғ.), 3-сө урын- Балхина Йәсминә(етәксеһе Хасанова А.Ш.) бүлештеләр. Шиғыр һөйөүселәр маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнделәр. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәргә ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!
Уҡытыусы-логопед Юнысбаева Г.Ғ.
632

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ