Рекламный баннер 990x90px bantop

Башҡорт ғаиләһе көнө айҡанлы Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының муниципаль һәм зона этабы еңеүселәрен ҡотланылар

07:00 01.03.2026 16+
Башҡорт ғаиләһе көнө айҡанлы Сибай ҡалаһында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының муниципаль һәм зона этабы еңеүселәрен ҡотланылар.

Сибай ҡалаһы кимәлендә уҙғарылған конкурста «Ғаилә ижады» номинацияһында беренсе урынға Самарбаевтар сыҡһа, икенсе урын Әбйәлиловтарға бирелде. «Ғаилә кәсептәре» номинацияһында 1-се урынды Рәхимовтар, 2-се урынды Ирназаровтар, 3-сө урынды Аҫылбаевтар яуланы. «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында беренсе урынды Ғәйетбаевтар һәм Шәриповтар, икенсе урынды Шәйәхмәтовтар һәм Бикбулатовтар, өсөнсө урынды Килдебаевтар, Теләүҡабуловтар һәм Ҡоломбәтовтар алды. «Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе» номинацияһында 1-се урын Асҡаровтар ғаиләһенә бирелде. «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында 1-се урынды Өмөтбаевтар ғаиләһе яуланы. Вәлиуллиндар, Абдуллиндар, Дауытбаевтар, Мортазиндар, Ульябаевтар ғаиләләре конкурста ҡатнашҡандары өсөн Диплом менән бүләкләнде.

Конкурстың зона этабында урын яулаусылары (Сибай ҡалаһынан) :
«Ғаилә ижады» номинацияһында - Әбйәлиловтар -2-се урын. «Ғаилә кәсептәре» номинацияһында Рәхимовтар - 1-се урын. “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында 1-се урынды Шәриповтар, 2-се урынды Ғәйетбаевтар яуланы. «Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе» номинацияһында 3-сө урын Асҡаровтар ғаиләһенә бирелде. «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» номинацияһында 2-се урынды Өмөтбаевтар яуланы.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар, ижади илһам, рух ныҡлығы, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ!

#Сибай #Башҡортғаиләһе #Семья #семейныеценности
6665

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ