Рекламный баннер 990x90px bantop
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
19:18 11.06.2026 16+
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
#АлтынТирмәТөркөмө
#ДеньРоссии
#ЦветыРоссии
#ОкнаРоссии
#РодинойГоржусь
12 июнь — илебеҙҙең иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе — Рәсәй көнө.
Тыуған илгә һөйөүҙе, ихтирамды һәм патриотик хистәрҙе бәләкәйҙән үк тәрбиәләргә кәрәк. Тап шуның өсөн дә беҙҙең "Алтынай" балалар баҡсаһындың "Алтын тирмә" кескәйҙәр төркөмдә был көн тантаналы, танып-белеү рухында һәм бик мауыҡтырғыс үтте!
Иртәбеҙ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимнын тыңлауҙан башланды. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, сабыйҙар уны ҙур иғтибар менән тыңланы. Шулай уҡ балалар илебеҙҙең төп символы — Рәсәй флагы менән танышты. Беҙ уларға дәүләт байрағындағы аҡ, күк һәм ҡыҙыл төҫтәрҙең нимә аңлатҡанын аңлаттыҡ.
Артабан балалар «Киң беҙҙең илебеҙ» тип аталған матур презентация ҡараны. Сабыйҙар экран аша үҙҙәренең Тыуған иленең ниндәй ҙур һәм бай булыуын: ҡуйы урмандарын, тулы һыулы йылғаларын, бейек тауҙарын һәм Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙы күреп һоҡланды.
Байрамдың иң күңелле өлөшө — ижади эшмәкәрлек булды. Балалар бергәләп күмәк эш башҡарҙы: улар ҙур байрам плакатын матур итеп буяп биҙәне. Был ижади эш сабыйҙарҙы бик ныҡ берләштерҙе, ә плакат үҙе бик сағыу һәм күңелле килеп сыҡты!
Был көн балаларҙың хәтерендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Барығыҙҙы ла Рәсәй көнө менән ҡотлайбыҙ! Илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, татыулыҡ һәм бәхет булһын! ️

Оставить сообщение: