Рекламный баннер 990x90px bantop
3 сентябрь Терроризмға ҡаршы берҙәм көрәш алып барыу көнө билдәләнә
12:44 04.09.2023 16+
3 сентябрь Терроризмға ҡаршы берҙәм көрәш алып барыу көнө билдәләнә.
Бөгөн "Сулпылар" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары музыка залында ҡасандыр террористар тарафынан баҫып алынып, һәләк булыусы балаларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы иҫкә алыу өсөн йыйылды.2004 йылдың 1 сентябрь көнө Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбен террористар баҫып алыу һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, улар араһында балаларҙың да булыуы үҙәкте өҙә, йөрәкте өтә.
Балаларға яҡшылыҡты насарлыҡтан айырырға, мәрхәмәтлелек, изгелек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарға - ыңғай, ә тупаҫлыҡҡа, ҡырыҫлыҡҡа - кире ҡараш уятырға өйрәтеү маҡсатында ойошторолған сара бер минутлыҡ тынлыҡ менән башланып китте. Сара спорт ярышы менән тамамланды.

Оставить сообщение: