Рекламный баннер 990x90px bantop

28 сентябрҙә беҙ быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡты нығытҡан, нәҫел тармаҡтарын барлаған шәжәрә байрамына "Тирмәкәй " балалар баҡсаһына йыйылдыҡ. Ғәрәп теленән ингән был һүҙ " ағас " тип тәржемә ителә. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе

13:33 30.09.2023 16+
28 сентябрҙә беҙ быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡты нығытҡан, нәҫел тармаҡтарын барлаған шәжәрә байрамына "Тирмәкәй " балалар баҡсаһына йыйылдыҡ. Ғәрәп теленән ингән был һүҙ " ағас " тип тәржемә ителә. Ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдәне

лә аңлата. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың йәшәйешен дә сағылдырған күренеш. Тамыры- үткәнебеҙ, атай- олатайҙар, олоно- бөгөнгөбөҙ, тармаҡ, ботаҡ, япраҡтары- киләсәгебеҙ, балалар һәм ейәндәр. Үткәнебеҙҙе белмәй тороп, киләсәгебеҙҙе күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Шуға күрә лә инде, беҙ тәрбиәселәр, ата- әсәләр менән берлектә, киләсәк быуынға был хаҡта аңлатырға, өйрәтергә бурыслыбыҙ.

Был мәртәбәле байрамда "Аркаим " балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Юлыев Раян һәм уның әсәһе Эльвира Айҙар ҡыҙы сығыш яһанылар. Юлыевтар шәжәрәһе тарихы менән ҡыҫҡаса Эльвира Айҙар ҡыҙы таныштырып үтһә, Раян шиғри юлдар менән уны биҙәне.

Был күркәм сарала кескәйҙәр ҙә, ата- әсәләр ҙә тарих төпкөлөнә сәйәхәт ҡылдылар. Бейеү- йырҙар менән үрелгән байрамдың еңеүселәре лә билдәле булғас, бигерәк тә күңелдәргә хуш килде был сара. Юлыевтар ғаиләһе 3 -сө дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар. Афарин, бәләкәстәр, гел шулай сәсән телле, аҡыллы , ҡыҙыҡһыныусан булып үҫегеҙ!

1339

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ