Рекламный баннер 990x90px bantop

Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ -ара ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер

13:30 01.10.2023 16+
Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ -ара ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен.



Сағыу көҙҙөң матурлығын йыйып

Сағыу күлдәк кейгән ололар.

Моңһоу көҙҙөң һағыштарын алып

Үҙ көҙөнә ингән ололар.



29 сентябрь «Ирәндек»клубында “Таулы ынйылары” төркөмө тарафынан ойошторолған «Ғүмер көҙөм-йәшлек һағышым» исемле байрам концертын үткәреп ебәрҙек. Байрам концертынан һуң йәмле табын артында өлкән быуын ағинәйҙәре менән һөйләшеп, мөнәжәттәр, кәңәштәрен тыңлап ултырҙыҡ. Саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ гармунсы Радик Солтанғолов ағайҙың ретро көйҙәр теҙмәһенә ҡушылып йырлашып, таҡмаҡҡа бейеп, йылы тәьҫораттар менән, сәй табынына рәхмәт әйтеп, бүләктәр тотоп таралыштылар. Киләсәктә Таулы ҡасабаһының оло быуын кешеләре менән бәйләнеште өҙмәҫкә, боронғо таҡмаҡ, мөнәжәт, фольклор хазиналарын бөртөкләп йыйып, бер урынға төйнәп папка булдырырға ҡарар иттек. Таулы ағинәйҙәрен ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ҡояшлы көндәр, аяҙ тыныс күк, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!



1993

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ