Рекламный баннер 990x90px bantop

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

13:40 03.10.2023 16+


Балалар баҡсаһында һәр көн иртәнге гимнастиканан йәки, беҙ уны практикала шулай тип атайбыҙ, зарядканан башлана. Ул башлыса һауыҡтырыу мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән: һөйәк-мускул аппаратын нығытыуға, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу, нервы системаларын үҫтереүгә булышлыҡ итә, шул уҡ ваҡытта дәртле, шат күңелле кәйеф тыуҙыра, көн һайын физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү ғәҙәтен тәрбиәләй. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы физик инструкторы Әлибаева Әлиә Рамаҙан ҡыҙы менән бергә көн һайын теләк һәм шатлыҡ менән зарядка яһай, был организмды нығытыуға булышлыҡ итә һәм иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай. Тәрбиәләнеүселәр иртәнге гимнастиканың төрлө комплекстарын башҡара һәм хатта уны үҙаллы үткәрә ала.

1353

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ