Рекламный баннер 990x90px bantop
#МДОБУ_ЦРР_ДетскийСад_КУРАЙ
13:54 12.10.2023 16+
11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан беҙҙең балалар баҡсаһында бай йөкмәткеле аҙналыҡ ойошторолдо. “Ҡурай” (уртансы төр.) һәм "Шатлыҡ" (һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балалар төр.) өсөн тематик дәрестәр үтте. Балалар тыуған илебеҙгә бағышланған шиғырҙар һөйләнеләр, илебеҙҙең дәүләт символдары буйынса белемдәрен нығыттылар. «Тирмә», «Таһыл егет», “Флагты төҙө” уйындарын уйнап, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп күңел астылар. "Йондоҙҙар" өлкәндәр төркөмөндә, аҙналыҡты йомғаҡлау йәһәтенән, ата-әсәләр менән бергә матур иртәлек үткәрелде. "Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан " тип аталған сара ярыш формаһында ойошторолдо. Байрам тантанаһы балалар башҡарыуында "Дуҫлыҡ" һәм "Бөрлөгән" бейеүҙәре менән башланһа, ата-әсәләрҙең "Ерем, илем, телем" йыры менән тамамланды.
Үткәрелгән саралар аша кескәйҙәрҙә тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға ихтирам тәрбиәләү төп маҡсат булып торҙо.
Оставить сообщение: