Рекламный баннер 990x90px bantop
Лицейыбыҙға кескәй ҡунаҡтар килде. Кемдәр тиһегеҙме?!
16:03 23.11.2023 16+
Лицейыбыҙға кескәй ҡунаҡтар килде. Кемдәр тиһегеҙме?! Эйе, яңылышманығыҙ, "Ҡояшҡай ", "Әкиәт ", "Ҡурай " балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм төркөм етәкселәре. Улар беҙҙҙең беренселәр менән спорт уйындары буйынса көс һынаштылар. Ярышты лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Йосопов Илнур Минәхәт улы етәкләне. Эстафета формаһында үткән бәйге сәмле барҙы. Бигерәк тә тупты обруч менән һөйрәп йүгереү, тупты кегли өҫтөнә ултыртып ярышыу, арҡан тартышыу көсөргәнешле барҙы. Дөйөм алғанда ныҡ күңелле булды 
Аҙаҡтан талапсан, ғәҙел жюри ағзалары урындарҙы билдәләп бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Шулай итеп тулҡынландырғыс мәл - еңеүсене билдәләү ваҡыты етте. Беренсе урын - лицейыбыҙҙың "Балапандар " командаһына бирелһә, икенсе урынды "Әкиәт ", "Ҡурай " балалар баҡсаһы булеште. Өсөнсө урынды "Ҡояшҡай " тәнәйҙәре алды. Барлыҡ балаларға ла тәмле приздар, командаларға маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты.


Оставить сообщение: