Рекламный баннер 990x90px bantop

#Аҡһылыубалаларбаҡсаһы

19:12 01.02.2024 16+


Ҡыш - ҡоштар өсөн ауыр миҙгел. Һалҡын көндәрҙә ҡоштар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатында "Аҡһылыу" балалар баҡсаһы "Айыуҡай" төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән "Тағараҡ" экологик акцияһы үткарҙек. Балалар өйҙә ата-әсәләре менән берлектә үҙҙәренең фантазияларын һалып пластик һауыттан, ағас киҫәктәренән, ҡатырға һауыттарҙан ҡоштарға тағараҡтар эшләнеләр. Улар төрлөсә биҙәп, матурлап, һүрәттәр төшөрөп алып килделәр.Был акцияла балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаштылар.

Беҙ тағараҡтарҙы сығарып балалар баҡсаһындағы ағас ботаҡтарына элдек.Уларға көнбағыш, һоло ярмаһы, икмәк валсыҡтары һалдыҡ. Ҡышын беҙ ҡоштарҙы ашатып, уларға ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итәбеҙ.Хәҙер беҙҙең балалар ҡоштарҙың нисек туҡланыуын күҙәтеп тағараҡтарға ем һалып торалар.

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтарыбыҙ!

1890

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ