Рекламный баннер 990x90px bantop

#Педагогһәмостазйылы

19:21 06.02.2024 16+


Ошо көндәрҙә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтырғы йыл дауамында Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап үткәргән Республика методик һәм ижади эштәр конкурсына йомғаҡ яһаны. Үҙенсәлекле бәйге БР Мәғариф һәм фән финистрлығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡатнашлығында ойошторолдо. Конкурста республиканың төрлө төбәктәренән 400- ҙән ашыу педагог ҡатнашҡан ине.

Шуныһы һөйөнөслө “Иң яҡшы дәрес эшкәртмәһе” номинацияһында еңеүсе тип, коллегабыҙ, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы- логопеды, Уразбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы табылды. Айгөл Фәтих ҡыҙы Мәғариф һәм фән министрлығынан Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Конкурста ҡатнашып , беренсе урынды яулаған коллегабыҙҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ, тынғыһыҙ һәм яуалы эшендә уңыштар яңы асыштар теләйбеҙ !!!

1403

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ