Рекламный баннер 990x90px bantop
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
19:23 07.02.2024 16+
Бер милләтте һис тә айырманың,
Башҡортоңдай хатта үҙ иттең.
Һәр эштәрең һинең изге ине,
Йөрөмәнең юҡты һүҙ итеп.
Ил өҫтөнә хәүеф янағанда,
Тура йүнәлеште өйрәттең.
Үҙ телдәрен инҡар иткәндәргә
Дөрөҫ урындарын күрһәттең.
«Илем, халҡым!» – тиеп янғаныңда,
Ышанысың артты халыҡта,
Ҡурҡыу белмәй көрәшкәнең өсөн
Ил ағаһы булдың тарихта!
Бөгөнгөһө бер аҙ уйландыра,
Үткәндәр ҙә хәтәр булғандар.
Ә киләсәк әйтер һеҙҙең хаҡта:
«Мортазалы!» тигән даны бар!»
(Диниә Сафина)
Бөгөн Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 90 йәш тулған булыр ине.
“Алтынай" балалар баҡсаһының "Алтын асҡыс" өлкәндәр төркөмөндә "7 февраль- беренсе президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған көнө" темаһына иртәнге түңәрәк ойоштороп, белем биреү эшмәкәрлегендә артабан һөйләшеп, портретын ғорурланып һүрәтләнек. Алған белемдәребеҙ менән, өйҙәребеҙгә ҡайтҡас, бүлешергә һөйләштек.
Оставить сообщение: