Рекламный баннер 990x90px bantop

#Культурабашкир #милликостюм #башкирскийкостюм

18:16 30.10.2024 16+


Башҡорт орнаменты үҙенсəлектəре

Башҡорт орнаментының симметриялы биҙəктəрен халыҡ көнкүрешенең барлыҡ əйберҙəрендə лә тиерлек осратып була. Был махсус биҙəктəр менəн кейемдəрҙең яғалары, уйымдары, ҡаптырмалары, ең һəм итəк ситтəре биҙəлгəн. Орнаментлы сиктəр боҙомға бирешмəй тип иҫəплəнгəн. Өй элементтары орнамент менəн биҙəлһə, яуыз ендəр унда үтə алмай тип һаналған.

Нағыштарҙың төҫө айырым мəғəнəгə эйə булған. Көслө һəм саф төҫтəрҙең контрасын ҡулланыу ярҙамында сағыу сиратланыш барлыҡҡа килгəн. Өҫтөнлөклө төҫтəр гаммаһы – ҡыҙыл, һары, ҡара, зəңгəр һəм йəшел. Улар башҡорт халҡында уңдырышлылыҡ, ҡояш, тирə-яҡ тəбиғəттең матурлығы менəн оҡшашлыҡҡа ишара яһай.

Нағышлауҙа түбəндəге алымдар ҡулланыла: орнамент элементтары бордюр, сəскə биҙəк (розетка) йəки тотош селтəр итеп урынлаштырыла. Йыш ҡына был алымдар бергə алынған. Туҡыманың үҙəгендə – эре биҙəктəр, ə ситтəренəн бер-береһен ҡабатлаған ваҡ биҙəктəр урынлашҡан.

Орнаменттың биҙəктəре һəм образдары үҙ эсенə ҡапма-ҡаршы күренештəрҙе йыйған: көн – төн, йəшəү – үлем, яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ, ир башланғысы – ҡатын-ҡыҙ башланғысы һ.б. Ҡапма-ҡаршы ҡуйыу бер-береһенə ҡаршы торған фигураларҙың симметрияһы ярҙамында күрһəтелə. Композицияның бөтөнлөгөн һаҡлар өсөн, орнаменттың үҙəк элементы булдырыла. Бындай үҙəк булып ҡатын-ҡыҙ фигураһы, ағас йəки символик ромб һүрəте торған. Ҡатын-ҡыҙ фигураһы ерҙəге бар булған нəмəнең алиһəһе образын символлаштыра, ағас – тормош ағасын, ромб – һөрөнтө ер символын.

Үҫемлектәр, йəнлектəрҙең кəүҙə өлөштəре, ҡояш, геометрик фигуралар башҡорт орнаментында йыш осрай. Өсмөйөшкə айырым мəғəнə бирелгəн. Ул төрлө ауырыуҙарҙан һəм төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡлай тип иҫəплəгəндəр.

2781

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ